Мелеузовский индустриальный колледж

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Мелеузовский индустриальный колледж

​ОТКРЫТЫЕ УРОКИ ПО БАШКИРСКОМУ ЯЗЫКУ КО ВСЕМИРНОМУ ДНЮ ПОЭЗИИ

Добавлено: 24 марта 2023 10:09
272 просмотра |

Ко Всемирному дню поэзии преподаватель Гузелия Амирханова провела в группах 53-22, 55-22, 54-22, 57-22 открытые уроки.

Бындай сарала берәү ҙә ситтә ҡалманы: кемдер шиғыр һөйләне, кемдер шиғриәт донъяһына байҡау яһап, үҙ уй-фекерҙәре менән бүлеште. 54-22 төркөм егеттәре яңы ғына бөрөләнә башлаған шиғырҙары менән тыңлаусыларҙы таң ҡалдырҙы. Ҡыйыу, ялҡынлы ла, ипле, уйсан да яңғыраны уҡыусыларҙың тәүге ижады. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәлиә Әмирханова һүҙ ҡеүәтенең ни тиклем ҙур көскә эйә булыуын, шиғриәт донъяһының үҙе бер мөғжизә итеп ҡабул итеүен, яратыуын, йәштәрҙең дә шиғриәткә һөйөү хистәрен үҫтереүен теләүен белдерҙе. Рафаэль Сафиндың "Ҡыр ҡаҙҙары" шиғырын уҡыусыларына бүләк итте.

Дәрт - дармандары ташып торған уҡыусыларҙың төрлө телдә шиғырҙар һөйләүе үтә лә ҡыуандырҙы, башҡорт теленән тыш, рус,татар, казах, сыуаш, немец, инглиз телдәрендә лә бик матур яңғыраны илаһи шиғри юлдар. Тыуған ил, туған тел, Кешелек донъяһы, мөхәббәт, яҙ темаларына бәйле шиғри шәлкемдәр һәр кемде үҙенә ылыҡтырҙы, һүҙ оҫтаһын ҡанатландырҙы. Кисә аҙағында шиғриәт һөйөүселәрҙе тағы бер ҡыуаныслы шылтыратыу-хәбәр көтә ине. Баш ҡалабыҙ Өфөнән эш сәфәре менән юлға сыҡҡан республика "Йәшлек" гәзите хеҙмәткәрҙәре һәм шағирҙан шылтыратыу-ҡотлау бүләген ҡабул итеү барыһы өсөн дә көтөлмәгән ҙур ҡыуаныс булды.

Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы Абдуллина Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы уҡыусыларҙы шиғриәт көнө менән ҡотланы, ихлас изге теләктәрен еткереп "Йәштәргә өгөт" шиғырын бүләк итте. Шулай уҡ журналист, шағирә Ҡыуатова Гөлнур Нурвиль ҡыҙы йәштәргә күберәк уҡырға, ижад итергә, тырыш, хеҙмәт яратыусан булыуҙарын теләп ҡалды. Уларҙың ихлас йылы һүҙҙәре йәш йөрәктәргә ҡанат биреп, елкендерҙе.


#МелеузовскийИндустриальныйКолледж #башкортостан #спорб #мелеуз #мелеузовскийрайон #ЦОППРБ #МинобрнаукиРБ #Всемирныйденьпоэзии


Поделиться: